«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кәрәкмәгән телевизорың булһа - төрмәгә тапшыр



23.04.2019 Кәрәкмәгән телевизорың булһа - төрмәгә тапшыр

Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы республиканың тәфтиш изоляторҙары камераларына ҡуйыу өсөн телевизорҙар йыя. Бының турала ОНК рәйесе, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Ғәлин хәбәр итте.

- Тәфтиш изоляторҙарында енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән йәки шик аҫтына алынған граждандар тотола, - тине йәмәғәтсе. - Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, балиғ булмағандар, өлкән йәштәгеләр бар. Был кешеләр енәйәтсе түгел, уларға ҡарата тәфтиш тикшереүе үткәрелә. Һаҡ аҫтындағы ҡайһы берәүҙәр СИЗО-ла йылдар буйы ултыра.

Изоляторҙа булғанда донъянан артта ҡалмаҫ өсөн кешегә яңылыҡ тапшырыуҙарын булһа ла ҡарарға кәрәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙ был акцияны иғлан иттек. Хәҙерге заманда мәғлүмәтһеҙ ҡыйын, шуға күрә лә ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ҡарата миһырбанлыҡ күрһәтәйек, хөкөм ҡарарын көткәндә уларға йәмғиәттән айырылмаҫҡа ярҙам итәйек.

Яңы һатып алынған, шулай уҡ ҡулланылған телевизорҙар ҡабул ителә. Иң мөһиме улар төҙөк булһын.

8-917-747-48-31 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға