«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөжүмсе Максим Рыбин китте



23.04.2019 Һөжүмсе Максим Рыбин китте

"Салауат Юлаев" хоккей клубы 30 апрелдән һуң һөжүмсе Максим Рыбин менән хушлашасаҡ.

Был миҙгелдә 37 йәшлек форвард юлаевсыларҙа 28 матчта ҡатнашты. Рыбин 6 (1+5) мәрәй йыйған, уға 48 штраф минуты сәпәгәндәр. Дөйөм алғанда спортсының файҙалы булыу күрһәткесе "-4" балл тәшкил итә. Хоккейсы Өфөлә сығыш яһаған мәлдә 98 көс алымы яһаны.

Максим Рыбин "СЮ" командаһына былтыр декабрь айында килде. Өфө клубына ул мәлдә тәжрибәле көслө форвард кәрәк ине. Беҙҙекеләр Максим Рыбинды Череповец "Северстал"енән алған өсөн аҡсалата компенсация түләне.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға