«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙғы сәсеү - 2019: ялдарҙа 20 мең га ярауайҙар сәселгән



23.04.2019 Яҙғы сәсеү - 2019: ялдарҙа 20 мең га ярауайҙар сәселгән

Республикала яҙғы сәсеү эштәре ҡыҙа. Ике ял көнөндә ярауайҙар буйынса артым 30,6 мең гектар тәшкил иткән, был планға ҡарата 1,3 процент. Дөйөм алғанда республикала 22 апрелгә ҡарата 35,4 мең гектар майҙанда яҙғы иген һәм иген-борсаҡ культуралары сәселгән.

Дүртөйлө игенселәре эште ҡыҙыу алып бара. Улар 5,5 мең гектарҙа (дөйөм майҙандарҙың 15 проценты) сәскән. Шишмә һәм Благоварҙа дүртәр мең гектарҙа орлоҡ төшөп ятҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға