«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Cиреналар ҡысҡырасаҡ. Нишләргә?



22.04.2019 Cиреналар ҡысҡырасаҡ. Нишләргә?

Башҡортостанда ошо көндәрҙә сиреналар һәр төбәктә ҡысҡырасаҡ. Хәүефле берәй нәмә бармы әллә?

Ҡурҡмағыҙ. Иртәгә Өфөнөң дүрт районында "Внимание всем!" сигналы тикшерелә. Дим, Октябрь, Калинин, Орджоникидзе райондарында иртәнге 9:30 сәғәттән 16:00-гә тиклем сирена (йәки тауыш көсәйткестәр) сәрелдәүен көтөгөҙ. Юҡ, был тауыш нервығыҙға теймәйәсәк. Сөнки ни бары өс секунд ҡына ҡысҡыра.

25 апрелдә сигнал Ленин, Киров, Совет райондары биләмәһендә, шулай уҡ республика төбәктәрендә 10:30 менән 16:00 сәғәт араһында тикшерелә.

Әгәр ҙә ысын ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, сирена тауыш биш минутҡаса һуҙыласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға