«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һарыҡ хужаһы ниңә иланы?



22.04.2019 Һарыҡ хужаһы ниңә иланы?

Ғибрәт инде бына! Кешенең күҙ терәп торған малы. Белә белһәгеҙ, ауыл кешеһе малын балаһы кеүек ҡарай.

Ейәнсура районында бер ҡатын дүрт һарығын һатырға була. Ике ир һорап йөрөй ҙә. 16 мең һумға килешәләр. Алыш-биреш тыныс ҡына үтә шикелле. Аҡса түләнә, һарыҡтар машина эсенә, багажникка урынлаштырыла.

Ҡалай уңайлы ғына булды, тип уйлап ҡалғандыр инде быларҙың артынан хужабикә. ...Һәм аҡсаһына тағы бер мәртәбә күҙ һалғандыр. Ҡараһа... аҡсалар ялған бит!

Теге хәйерһеҙ уйынсыҡ банкноталар бар ҙа инде, "банк приколов"мы шул, ирҙәр, оятһыҙҙар, ана шуны түләп киткән.

Ғибрәт! Зинһар, иғтибарлы булығыҙ! Мутлашыусылар аҙым һайын.
Әле бурҙарҙы полиция эҙләй. Тотолорҙа-аар...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға