«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фитыр саҙаҡаһын күпме түләргә?



22.04.2019 Фитыр саҙаҡаһын күпме түләргә?

Рамаҙан айына тиклем теүәл ике аҙна ҡалды.

Һижри календарь буйынса 1440 йылдың Рамаҙан айы быйыл 6 майҙа, дүшәмбелә башлана. Был көндө мосолмандар ураҙа тота башлай. Төндәрен Башҡортостан мәсеттәрендә йәмәғәтселек менән тәүәрих намаҙҙары уҡыласаҡ. Ураҙа байрамы шишәмбе, 4 июнгә тура килә.

Мосолмандарҙың Диниә назаратында изге айҙа түләүҙәр күләме билдәләнде. Аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы — ғаиләнең һәр ағзаһынан 50-шәр һум. Урта хәлле диндарҙар өсөн — һәр кешенән 150-шәр һум. Хәллеләргә – 300-шәр һум. Һаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға фидиә саҙаҡаһының күләме ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 180 һум тәшкил итә (бер айға 5 220 һум).

Нисәб - 224 һум. Ошо сумманан 5 600 һум зәҡәт килеп сыға.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға