«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ужымдар һәләк булған, 6 миллиард һум зыян килгән



22.04.2019 Ужымдар һәләк булған, 6 миллиард һум зыян килгән

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө кәңәшмәһендә вице-премьер - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахманов 430 мең гектар майҙандағы ужым культураларының 74,4 меңенә (17,2 процентына) кире сәсеү янай. 170 мең гектарҙа иһә сәсеү планлаштырылған тип белдерҙе. Был юғалған 0,5 млн тонна уңыш йәки 6 млрд һум алынмаған табыш тигән һүҙ.

Быйылғы ужым ҡышты имен сыҡты. Ҡыш сағыштырмаса йылы торһа ла, апрель башында +20 градусҡаса эҫетте һәм дүрт көн дауамында -12 градусҡаса һыуытты - быларҙың барыһы ла төбәк буйынса 10 проценттан 30 процентҡа тиклем майҙанда былтыр сәсеп ҡалдырылған иген культураларын һәләк иткән.

Илшат Фәйзрахманов белдереүенсә, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителәсәк. Был страховка алыу һәм штрафтарҙан ҡотолоу өсөн эшләнә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға