«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Контейнерлы майҙансыҡтар булдырыу өсөн 350 миллион һум аҡса кәрәк"



22.04.2019 "Контейнерлы майҙансыҡтар булдырыу өсөн 350 миллион һум аҡса кәрәк"

тип белдерҙе бгөн БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау өсөн 14 409 урын билдәләнгән, 30 366 контейнер ҡуйылған. Бөтәһе 13 116 майҙансыҡ һәм 23127 контейнер ҡуйыу талап ителә. Был эште муниципалетиттар башҡарырға тейеш.

Ике контейнерлы бер майҙансыҡты ҡороу 45-70 мең һумға барып баҫа. Бар сығымдар хакимиәттәр иҫәбенә һалынғас, улар бюджет-ара трансферт аҡсаларын ҡулланып булмаймы тип, БР Экология министрлығына мөрәжәғәт итә. Ведомство был һорауҙы хәл итеүҙә эшләй.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға