«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға комиссия булдырылды



22.04.2019 Башҡортостанда 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға комиссия булдырылды

Бының туралағы ҡарарға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияны БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкләне. Уның менән бергә федераль һәм республика власть органдары етәкселәре, халыҡтың айырым категориялары иҫәбен алыу һәм уның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса яуаплы кешеләр, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәттәре етәкселәре, бер төркөм муниципаль район башлыҡтары эшләйсәк.

Комиссияға башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары менән мөнәсәбәтте тәьмин итеү, Башҡортостанда 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм үткәреүҙә барлыҡҡа килгән һорауҙарҙы үҙ ваҡытында хәл итеү бурыстары ҡуйылды.

Бының кеүек комиссиялар район-ҡала хакимиәттәрендә лә булдырыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға