«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Саптар", алға!



22.04.2019 "Саптар", алға!

Ҡазан ҡалаһында үткән “Волга буйы кубогы-2019” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Баймаҡ ҡалаһының “Саптар” өлгөлө хореография студияһы беренсе урын яуланы! Етәксеһе Радик Бакиров! Афарин, яҡташтар!

Баймаҡтар шулай ул: ҡайҙа барһалар ҙа, мотлаҡ еңеү менән ҡайталар. “Саптар”ҙы ҡотлағанда, ойоштороусылар Юлдаш Ямантаевты тыуған көнө менән дә ҡотларға онотманылар. Ә йылы һүҙ, иғтибар беҙгә лә ҡиммәт.

“Балтика ынйыһы” ижади берекмәһе тарафынан ун биш йыл дауамында йыл һайын үткәрелгән сағыу фестиваль иң шәп бейеү коллективтарын бер сәхнәгә йыя. Һәм был бейеү конкурсында йәш бейеүселәр оҫталыҡта ғына ярышып ҡалмай, оҫталыҡ дәрестәрен дә ала, төрлө экскурсияларға йөрөп, күңел байлығын да арттыра. Беҙҙекеләр ҙә рәхәтләнеп Ҡазанды ҡыҙырҙы, яңы бейеү алымдарын өйрәнде.

“Саптар”ҙың өлкән төркөмө апрель аҙаҡтарында Мәскәүгә юлланасаҡ. Тағы ла сираттағы халыҡ-ара конкурсҡа! Уңыштар юлдаш булһын!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға