«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Их, ҡояш-ҡояш...



22.04.2019 Их, ҡояш-ҡояш...

Бөгөн, дүшәмбе, йәғни 22 апрелдә, Ерҙе көслө магнит дауылы баҫып аласаҡ. Корональ массаның атылыуына ҡояштағы AR2738 табы сәбәпсе – ул 14 апрелдә беҙҙең планетабыҙға табан боролдо. Боролмаһа ла үпкә юҡ ине бит инде, әммә ҡайҙан һуң...

Таптың майҙаны Ерҙән әллә нисә тапҡыр ҙурыраҡ – ҙурлығы миллиард квадрат километрҙар менән иҫәпләнә. Ул шул тиклем ҙур, хатта иртән уны ҡояш йөҙөндә бер ниндәй махсус приборһыҙ ҙа күрергә мөмкин, тиҙәр. Ләкин күҙҙе һаҡлау маҡсатында, ҡояшҡа тикшереп ҡарап тормай, былай ғына ғалимдарға ышанабыҙ ҙа ҡуябыҙ.

Магнит дауылдарына бөтөнләй иғтибар ҙа итмәҫ инек, әгәр ул ҡайһы берҙәребеҙгә кире йоғонто яһамаһа. Йөрәк-ҡан тамырҙары менән проблемалары булған кешеләрҙең магнит дауылы мәлендә башы ауыртып ҡаңғырта, ҡан баҫымы һикерә. Кеше генәме, электр ҡорамалдары сафтан сыға әле ул!

Яңылыш “сафтан” сығып ҡуймаҫ өсөн бөгөн йоҡоно туйҙырырға, йоҡонан уянғас, кинәт һикереп тормаҫҡа, ярты сәғәт булһа ла саф һауала йәйәү йөрөп алырға, бер нимәгә ҡарамаҫтан тыныслыҡ һаҡларға, гөлйемеш, һары мәтрүшкә, бөтнөк, ҡурай еләге менән сәй эсергә, емеш-еләк ашарға, спиртлы эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк (майлы аҙыҡ та организм өсөн артыҡ буласаҡ). Табиптың күрһәтмәһе буйынса аспирин ҡулланырға мөмкин.

Һау-сәләмәт йәшәгеҙ, дуҫтар! Дауылдар була ла, үтә ул...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға