«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һандуғас йәшәй... Учалыла!



22.04.2019 Һандуғас йәшәй... Учалыла!

Әле һандуғастар тыуған яҡтарына ҡайтып етмәгән, орнитологтарҙың иҫәпләүенсә, уларҙы, ҡарлуғастарҙы кеүек үк, май урталарында көтөргә кәрәк. Ә бына “Башҡорт һандуғасы” Учалыға ҡайтып етте.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 80 йыллығына арналған Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге “Башҡорт һандуғасы” республика конкурсында гран-при яулаған Учалы филармонияһының солисы Илдар Жамаловты әйтәбеҙ! Бигерәк тауышы моңло бит уның, тыңлаған һайын тыңлағы килә үҙен!

Ижади бәйгелә быйыл 10 район һәм 5 ҡала вәкилдәре – йәмғеһе 30 йырсы үҙ көсөн һынап ҡараны (Иглин, Нуриман, Ҡариҙел, Белорет, Архангель, Учалы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Мәләүез һ.б.) Уларҙы бик етди, ҡеүәтле талант эйәләре - РФ атҡаҙанған артистары, БР халыҡ артистары Йәмил Әбделмәнов, Фәнәүи Сәлихов, Тәнзилә Үҙәнбаева баһаланы.

Ике көн дауамында барған конкурстың тәүге һайлау турында ун ете йырсы һынауҙы лайыҡлы үтте. Тап улар араһында икенсе көндө төп көрәш барҙы ла инде. Һәм йырсыларҙың да, уларҙың көйәрмәндәренең дә нервылары тамам өҙөлә яҙғас ҡына, иң-иңдәрҙең исеме аталды. Гран-при яулаған талантлы Учалы егете Илдар Жамаловтан тыш, 1-се дәрәжә лауреаты булып Бөрйән районынан Айрат Баязитов танылды, 2-се дәрәжә лауреаты – Өфө ҡалаһынан Эльвира Исхаҡова, ә 3-сө дәрәжә дипломға Стәрле йырсыһы Илдар Рәхимғолов лайыҡ булды. Шулай уҡ ике йәш категорияһында – 18-35 йәшлектәр һәм 36 йәштән өлкәнерәктәр араһында ла һәләтле һәүәҫкәр башҡарыусылар дипломдар менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, быйыл данлыҡлы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың исемен йөрөткән Балалар музыка мәктәбе алдында йырсының һәйкәле лә асылды. Скульптураның (бюст) авторы Балалар район сәнғәт мәктәбе директоры рәссам Михаил Бадьин.

Белешмә өсөн: Иглин районында быйыл дүртенсе тапҡыр үткән башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың ижади бәйгеһе һәр өс йыл һайын ойошторолоп уҙғарыла. “Башҡорт һандуғасы” 1995 йылдан алып район халҡы араһында ғына үткәрелһә, 2010 йылда ул республика кимәленә сыҡты.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға