«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниңә ҡорамдарҙы талайҙар, мәсеттәрҙе ваталар?



20.04.2019 Ниңә ҡорамдарҙы талайҙар, мәсеттәрҙе ваталар?

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике ир ҡорамды талаған. Төҙөүселәр урамында урынлашҡан сиркәүҙең ҡарауылсыһы ла булған. Тик уны монтировка менән туҡмап, хәйер йәшниген алып ҡасҡандар.


Ҡарауылсы күп ҡан юғалтыуына ҡарамаҫтан аңына килгән һәм ярҙам саҡыра алған. Бөгөн ул дауаханала.

Православие халҡы 28 апрель үҙенең оло дини байрамын – Пасханы билдәләй. Был енәйәт байрам кәйефен боҙҙо, ти урындағы руханиҙар.
Әйткәндәй, Әбйәлил районындағы бер мәсеттең дә тауыш аппаратураһы, микрофон сымдарын йолҡҡолап сыҡҡандар. Рамаҙан айы алдынан бындай гонаһ ҡылырға кемдең ҡулы күтәрелде икән, аптырарһың...





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay. com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға