«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Емерек күпер арҡаһында балалар бата яҙған



19.04.2019 Емерек күпер арҡаһында балалар бата яҙған

Бөгөн, 19 апрелдә Белорет районының Отнурок ауылында оло фажиғә була яҙған. Ауылдан район үҙәгенә уҡыусы балаларҙы алып барған ПАЗ автобусы йылғаға төшөп киткән.

Быға тиклем автобус Нура йылғаһы аша һалынған емерек күперҙән үтеп йөрөгән булған. Тик уның аша уҙыу хәүефле булғас, маршрутты урау юлдан һалғандар. Бөгөн иһә боҙлауыҡ һөҙөмтәһендә автобус юлдың уң яғынан яр аҫтына төшөп киткән. Салонда водитель, бер нисә оло кеше һәм уҡыусылар - йәмғеһе 17 пассажир булған.

Бәхеткә күрә, ПАЗ тулыһынса аумаған, шулай ҙа пассажирҙар ҡороға сыҡҡансы кейемдәре һыуланған. Водителдең руль артында айныҡ булғаны билдәле.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға