«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Заварухин «Себер»гә баш тренер итеп тәғәйенләнде



20.04.2019 Заварухин «Себер»гә баш тренер итеп тәғәйенләнде

«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, әлеге ваҡытта «Автомобилист» клубында баш тренер ярҙамсыһы вазифаһын башҡарған Николай Заварухин Новосибирскиҙың «Себер» командаһына баш тренер итеп тәғәйенләнде.

44 йәшлек белгес, өфөләр составында һуңғы тапҡыр Рәсәй чемпионы булғас, бер миҙгел Магнитогорск клубы өсөн уйнай. Хоккейсы карьераһын тамамлағас, йәштәр хоккей лигаһында тренерлыҡ эшен башлай. «Нефтехимик» клубында һәм Екатеринбургта эшләй.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға