«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эшһеҙ ҡалып, ипотека бурысын түләй алмаһағыҙ



19.04.2019 Эшһеҙ ҡалып, ипотека бурысын түләй алмаһағыҙ



РФ Дәүләт Думаһы депутаттары « ипотека каникулдары» тураһында закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Документ ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.
Хәҙер ауыр хәлдә ҡалып, ипотекағыҙҙы түләй алмаһағыҙ, 6 айға «ипотека каникулдары» алырға мөмкин. Был хоҡуҡ ойошма бөтөрөлөп, эшһеҙ ҡалғандарға , I һәм II төркөм инвалидтарына, ике айҙан күберәк «больничный»ҙа булған, ғаиләнең үҙ-үҙен тәьмин итә алмаған ағзалары артҡандарға , ир менән ҡатындың килеме элекке айҙарға ҡарағанда 30 процентҡа кәмегәндәргә бирелә. Банкҡа барып, ғариза яҙһағыҙ, улар айлыҡ түләүҙәрегеҙҙең суммаһын кәметәсәк йәки бурысығыҙҙы ярты йылға кисектереп торасаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға