«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.



19.04.2019 “Ерләү эше тураһында” яңы закон сыға.

Уңдыра торғанмы, әллә туңдыра торғанмы – ваҡыт күрһәтер. Әммә “Рәсәй гәзите” был турала яҙып сығыу менән халыҡ ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе лә инде.

Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы был яңы закон өҫтөндә эште тамамлап килә. “Рәсәй гәзите” яҙыуынса, һүҙ коммерция объекты тураһында бармай, ә дәүләт-шәхси партнерлыҡ хаҡында: йәғни, дәүләт ерендә яңы зыяраттар ойоштороп, уның менән шәхси операторҙар идара итәсәк – шуның өсөн аҡса аласаҡтар ҙа инде (ҡайһы бер төбәктәрҙә был схема әүәлдән эшләй, тип билдәләнә).

Баҫма, был ҡануни яңылыҡтар ерләү процесында булған төрлө етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр өсөн индерелә, тип өҫтәй: ритуал хеҙмәттәрҙе бынан ары теләһә кем түгел, ә килешеү төҙөп, төбәк реестрына индерелгән компаниялар ғына күрһәтә аласаҡ.

Закон проекты ошо юҫыҡтағы хеҙмәттәрҙе көсләп тағыуҙы, мәғлүмәттәрҙе башҡа кешеләргә таратыуҙы тыя. Ерләүҙе ойоштороуға заказды махсус пункттар йәки диспетчер хеҙмәте аша бирергә мөмкин буласаҡ. Ә был хеҙмәттәрҙе алыуға ризалыҡ – мәрхүмдең туғандарының (ерләүҙе ойоштороусыларҙың) үҙ теләге буйынса ғына. Ритуал бизнесының иң әрһеҙ әүҙемдәре тәүҙә эште башҡарып, һуңынан ғына мәрхүмдең туғандарына үтә юғары иҫәптең суммаһын асып, шуны түләтеү кеүек күңелһеҙ хәлдәргә закон проекты нөктә ҡуясаҡ, тиелә.

Медучреждениеларға мәрхүмдәрҙе ерләүгә әҙерләүҙе, ритуал бюроларға медицина ойошмалары биләмәһендә хеҙмәт күрһәтеүҙе төбәк властарының рөхсәтенән тыш тыйыу ҙа проектта ҡарала.

Ҡурҡып та торола әле ул: үлемең туғандарыңдың бәкәленә һуҡмаһа ярар ине...





Автор: Баныу Ҡаһарманова.
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға