«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көндәшен үлтерергә теләгән



18.04.2019 Көндәшен үлтерергә теләгән


Ирҙәренең һөйәркәләре барлығын белгән ҡатындар нимә эшләй? Хыянаттан күңеленә урын таба алмағандар, әлбиттә, йә ирҙәренән үс ала, йә көндәшен «аҡылға ултыртыу» сараһын күрә, тиерһегеҙ.
Ә бына Ишембай ҡалаһындағы 56 йәшлек ҡатын иренең һөйәркәһен үлтерергә уйлаған. Ул 54 йәшлек А.-ның йәш ҡатынға эйәләшеп алыуын кисерергә теләмәй. Уларҙың балалары тыуыуын ишеткәс, яңы ғаиләһен аҫырарға йән яртыһының ғаилә бюджетынан күп кенә сығымдар түгеүен белгәс, күңелендә мәкерле уй ярала. Оҙаҡ уйлағандан һуң яңғыҙ ҡалған ҡатын аҡса түләп, көндәшен үлтерергә теләй. Кешеһен дә таба. Бер туған һеңлеһенә пландары менән менән дә уртаҡлаша. Ул аҡсаны үлтереүсегә алып барып тапшырырға тейеш була. Әммә уларҙың ниәттәре барып сыҡмай. Оперативниктар эҙҙәренә төшә. Криминал драма ҡатнашыусыларына енәйәт эше асылған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға