«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатынды урлағандар…



18.04.2019 Ҡатынды урлағандар…

Учалы районында 39 йәшлек ҡатынды урлағандар. Был хаҡта 16 апрелдә Эске эштәр бүлегенә туғаны хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре урлаусынының эҙенә тиҙ төшә. Ул Йылайыр районынан 36 йәшлек ир булып сыға. Учалы – Мәләүез юлында уның автомобилен туҡтаталар, эсендә ҡатын да була.
2019 йылдың ғинуарына тиклем улар законлы никахта тормаһалар ҙа, бергә йәшәгән. Әммә иренең даими ҡул күтәреүҙәренән биҙгән ҡатын айырылып ҡайтып китә. Тик ире бер ҙә тынғылыҡ бирмәй. Был көндә лә эшкә тип сыҡҡан еренән ҡарауыллап тороп, көсләп машинаһына ултыртып алып китә.
Иргә ҡарата енәйәт эше асылған.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Фотоһы юҡ...


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға