«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө – Мәскәү – Өфө поезы. 11-се вагон



17.04.2019 Өфө – Мәскәү – Өфө поезы. 11-се вагон

Баш ҡаланан баш ҡалағаса йөрөгән поезға ташламалы хаҡҡа билеттар һатыла башланы. 115/116-сы поезд Өфө - Мәскәү рейсы.

РЖД-нан белдереүҙәренсә, билет 5 – 20 процентҡа арзанайтып һатыла. Бындай билет менән 14 июлдән юлға сыға алаһығыҙ. Махсус вагон да бүленгән – 11-сеһенә ултырырға кәрәк.

Ә билетты тапшырыу, уның аҡсаһын ҡайтарып алыуҙың шарттары бар. Пассажир ҡапыл ҡаты ауырып китһә йә бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнһә, ғаиләһенән берәйһе үлһә генә мөмкин. Әлбиттә, поезд китмәһә йә билетта күрһәтелгән урын булмаһа, аҡсағыҙҙы кире ала алаһығыҙ. Ә былай барып ҡына “возврат” яһап булмаясаҡ. Шуның өсөн дә билет арзан һәм тарифы “невозвратный” тип атала.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға