«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Коммунистар кемде күрһәтер?



17.04.2019 Коммунистар кемде күрһәтер?

Беләһегеҙ, быйыл сентябрҙә беҙ Башҡортостанға Башлыҡ һайлайбыҙ. Кандидаттар күрһәтергә әҙерлек башланды. Нисәү йыйылырҙар?


“Берҙәм Рәсәй” партияһы праймеризға дүрт кандидат тәҡдим итте. Алдан тауыш биреү буйынса һайлап аласаҡтар. Унда Радий Хәбиров бар, шунлыҡтан һөҙөмтә билдәлелер.

Коммунистар партияһы ла үҙ кандидатураһын күрһәтәсәк. Хәбәр таралыуынса, республика комитетының беренсе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужинды әҙерләйҙәр икән. Партия конференцияһы июндә үтәсәк. Уның кандидатураһын Үҙәк комитет хуплаған. Әйткәндәй, был милләттәшебеҙ 2014 йылда ла Башҡортостанға етәксе вазифаһына дәғүә итте. Ул саҡта 10 проценттан ашыу тауыш йыйып, икенсе урынға сыҡты.

Тағы ла партиялар етерлек әле. Ҡыҙыҡ, ЛДПР кемде күрһәтер? Был фирҡәлә башҡорт телен белеүсе бармы икән?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға