«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәштәр! Халыҡ-ара форумда ҡатнашырға теләгегеҙ бармы?



17.04.2019 Йәштәр! Халыҡ-ара форумда ҡатнашырға теләгегеҙ бармы?

Көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ! Әгәр һеҙгә 18-35 йәш икән, халҡым, туған телем, тип янаһығыҙ, башҡорт халҡын күтәрерлек уй-фекерегеҙ, тәғәйен эштәрегеҙ бар икән, мотлаҡ делегат булығыҙ!

Делегаттарҙы ойоштороу комитеты һайлап аласаҡ. Бының өсөн милләт киләсәген 30 йыл алға күҙаллаған эссе яҙып, уны заявка менән бергә http://strategy.bashkort.org/molsovet сайтында теркәргә кәрәк.

«V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр Советы» халыҡ-ара йәштәр форумы 28 апрелдә «Торатау» конгресс-холында үтә.
Форумда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 220 вәкил ҡатнашыуы көтөлә. Телекүпер аша Мәскәү һәм Силәбе ҡалаларында айырым майҙансыҡтар эшләйәсәк. Конференц-бәйләнеш системаһы аша эшлекле һөйләшеүгә Ҡаҙағстан, Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия вәкилдәре лә ҡушыла.

Йәштәр Советында делегаттар «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы, глобаль мәҙәни экспансия стратегияһы, Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе башҡорттарға ярҙам итеү программаһы, милли мәғариф системаһын үҫтереү кеүек һәм башҡа проекттарҙы эшләү менән шөғөлләнәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға