«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Мостай Кәрим" 2020 йылдың майынан йөҙәсәк



17.04.2019 "Мостай Кәрим" 2020 йылдың майынан йөҙәсәк

Түбәнге Новгородтың "Красное Сормово" верфында круиз карабы - PV300 проектлы "диңгеҙ-йылға" ҡатнаш класлы дүрт палубалы теплоход төҙөлә. Уға "Мостай Кәрим" исеме биреләсәк.

Карап 2017 йылда "Водохоъ" компанияһы заказы буйынса төҙөлә башлаған. Тәүҙә ул "Князь Владимир" тип аталған, аҙаҡ 2019 йылдың яҙында киләсәк операторҙың директорҙар советында теплоход халҡыбыҙ әҙибе исемен йөрөтәсәк тип ҡарар ҡылғандар.

"Мостай Кәрим" Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге һыу юлдарынан барса уңайлыҡ менән кеше ташыясаҡ. Круиз линиялары Волга, Нева, Дон, Ладога һәм Онега күлдәре, Волга-Балтика каналы, Мәскәү исемендәге канал, Волга-Дон каналына, Ҡара, Аҙау һәм Каспий диңгеҙҙәренән һалынасаҡ.

Караптың оҙонлоғо — 141 метр, киңлеге — 16,8 метр,борт бейеклеге — 5 метр. Тиҙлеге сәғәтенә 25 саҡрымға етәсәк. Экипаж һәм хеҙмәтләндереүсе пенрсонал - 76 кеше. Бортҡа 338 кеше ултыра аласаҡ, уларға уңайлы каюталар, ресторан, тирә-яҡты күҙәтер өсөн музыкаль салон, интернет офисы, балалар уйнарға бүлмә, спорт-һауыҡтырыу комплексы ҡороласаҡ.

Карап һыуҙа 3 метрға тиклем тәрәнлектә ултыра, тимәк "Мостай Кәрим" Ағиҙелдән тик яҙғы ташҡын мәлендә генә үтә аласаҡ.

Әле лайнерҙың 60 проценты төҙөлөп бөткән. Уны киләһе йылдың февралендә заказсыға тапшырырға ниәтләйҙәр, тәүге круиз май айында буласаҡ тиҙәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға