«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путин хостелдарҙы ябырға ҡушты



17.04.2019 Путин хостелдарҙы ябырға ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин кеше йәшәгән биналарға ҡунаҡханалар һәм хостелдар урынлаштырыусы тыйған законға ҡул ҡуйҙы. Ул 1 октябрҙә үҙ көсөнә инәсәк.

Хостел тип берәй ҙур фатир эсен бүлеп, дөйөм ятаҡ формаһында эшләнгән бәләкәй ҡунаҡханаға әйтәләр. Улар туристар араһында ныҡ популяр, сөнки төн уҙғарыу ҙур отелдәргә ҡарағанда осһоҙораҡҡа тура килә. Хостелдар Өфөлә лә байтаҡ.

Әлегә йәй миҙгеленә, көҙ башына күп кенә бәләкәй ҡунаҡханалар бронләнгән, шуға күрә лә закон октябрь башында эшләй башлаясаҡ.






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға