«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нуриман башҡорттары ҡоролтай йыйҙы



17.04.2019 Нуриман башҡорттары ҡоролтай йыйҙы

Эшлекле һөйләшеүҙә Өфөнән Башҡарма комитет ағзаһы, “Йәшлек” гәзите мөхәррире Артур Дәүләтбәков, аппараттың баш белгесе Гөлназ Аҡназарова ҡатнашты.

Нуримандар башҡорт телен өйрәнеүҙең сифатын түбәнәйтеүгә, башҡорт телендә уҡыған балалар һанын кәметеүгә килтергән ҡыҫҡартыу сараларын булдырмау, башҡорт халҡының мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эште дауам итеү, башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдарҙа ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар хәрәкәтен йәйелдереү зарурлығын билдәләне.

Ултырышта ауыл халҡын борсоған бихисап һорауҙар, шул иҫәптән, мәшғүллек һәм сәләмәт йәш быуын үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр күтәрелде.
Матур төбәктең тарихын, бай мираҫын күрһәткән күргәҙмә эшләне.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға