«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кешеләр юғалды! Кем күрҙе?



16.04.2019 Кешеләр юғалды! Кем күрҙе?

Ишембайҙа 43 йәшлек Ләйсән Мифтахова менән уның 6 айлыҡ улын эҙләйҙәр.


Ҡатындың туғандарына волонтерҙар ҡушылған. Улар социаль селтәрҙәрҙә ориентировка менән листовкалар тарата.

Ләйсәндең буйы 165 см, уртаса кәүҙәле, яурынға тиклем ҡара сәсле, һорғолт күҙле. Өҫтөндә фирүзә төҫөндәге куртка, һоро шапка, оҙон ҡара итек. Балаға шәмәхә төҙөндәге башлыҡ, ҡыҙыл комбинезон кейҙерелгән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға