«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бурҙар дрон ярҙамында тотола



16.04.2019 Бурҙар дрон ярҙамында тотола

Белоретта ике ир тауар поездарын даими талаған. Улар вагондарҙан ҡара металл урлаған.
Бер көн закон боҙоусылар пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында тотолған. Ирҙәр вагондан алып ергә ташлаған металды үҙҙәренең машинаһына тейәй. Тик дрондың күҙәткәнен һиҙеп ҡала һәм табышын кире ҡутарып, машиналарын ҡалдырып китә. Бурҙар, трассала “попутка”ға ултырып ҡалаға ҡасһа ла, полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы асыҡлай һәм ҡулға ала.
Быға тиклем төрмәлә ултырып сыҡҡан 29 һәм 33 йәшлек ирҙәр, тағы ла биш йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға