«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балыҡ тотам тип туңып үлә яҙған



16.04.2019 Балыҡ тотам тип туңып үлә яҙған

Кисә ҡотҡарыусыларға Ҡама йылғаһында балыҡсы ғәйеп булды тигән хәбәр килгән. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына - Краснокама районының Николоберезовка ауылына юлланған.

Киске сәғәт 6 тирәһендә ике ир балыҡ тоторға киткән. Уларҙың береһе кәмәлә йөҙөп киткән, икенсеһе ярҙа ҡалған. Ҡараңғы төшкәс ярҙағы ир дуҫым ҡайтманы тип ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан.

Төнгө сәғәт 3 тула тигәндә балыҡсыны Николоберезовканан 10 саҡрымға түбәнерәк утрауҙа табып алғандар. Ир ныҡ өшөгән, әгәр ҙә ҡотҡарыусылар килеп өлгөрмәһә, ул бер нисә сәғәттә туңып үлер ине.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға