«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ер ҡаҙығанда кешенең баш һөйәге килеп сыҡһа, нимә эшләйһегеҙ?



15.04.2019 Ер ҡаҙығанда кешенең баш һөйәге килеп сыҡһа, нимә эшләйһегеҙ?

Ашығыс рәүештә ҡалтыранған ҡулдарығыҙ менән кеҫәгеҙҙә валидол эҙләйһегеҙме? (Әйткәндәй, йөрәк ауыртҡанда валидолдың файҙаһы юҡ, был үлеккә тын өрөп маташыуға тиң). Әллә кинәт бәпескә әйләнеп, “әсәй” тип ҡысҡырып, көрәкте ташлап ҡасаһығыҙмы?

Ә-ә, һеҙ ошоғаса бер тапҡыр ҙа ундай табылдыҡҡа юлыҡҡанығыҙ юҡмы ни? Шуға үҙегеҙҙе бындай хәлдә нисек тотороғоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙмы? Улайһа, артабан уҡығыҙ!

Үҙегеҙҙе танып белер өсөн, һәм иң тәү сиратта тарих төпкөлөнә сумып сығыр өсөн археологик ҡаҙыныу эштәрендә көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

Ғалим Александр Колонских йәштәрҙе (эсмәгән-тартмаған, тәртипле, бер һүҙ менән әйткәндә, иң-иңдәрҙе!) Көньяҡ Урал Йәштәр археология мәктәбенә саҡыра. Ынтылышлы йәштәрҙән тупланған команда июлдә Борай районындағы Боҫтанай археология комплексын - боронғо ҡаласыҡты һәм ҡәберлекте тикшереп өйрәнәсәк. Ҡырҙа романтика инде ул: ҡояшта көн оҙоно көрәк тотоп ҡыҙыныу, палаткаларҙа йәшәү, усаҡ тирәләй йырҙар йырлашып ултырыу (эштән һуң телде арҡыры тешләмәгәндә), йылғала һыу инеү, себен-серәкәй һәм башҡа ҡан эскес тереклекте ашатып, уларҙың артыуына булышлыҡ итеү – һанай китһәң, ыңғай яҡтары донъя!

Ҡыҙыҡһағыҙ, бәйләнеш өсөн түбәндәге мәғлүмәттәргә күҙ һалығыҙ:
Археология мәктәбе етәксеһе: Александр Геннадьевич Колонских
тел. +7 927 352 95 03, e-mail: kontrobazzz@mail.ru
ВК-лағы сәхифәләре: https://vk.com/southernuralschool

Ә фотола Борай районында 1978 йылда Гнёздовский ҡәберлегендә табылған һөлдә. Һөлдәнең йәшен әйтергә лә ҡурҡабыҙ – ул шумер-арий археологик культураға ҡарай, йәғни беҙҙең эраға тиклем IV мең быуат борон йәшәгән кешенеке...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға