«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Былтыр Ирек Ялалов 6,4 млн һум эшләгән, уның коллегаһы Лилиә Ғүмәрова - 4,8 млн



15.04.2019 Былтыр Ирек Ялалов 6,4 млн һум эшләгән, уның коллегаһы Лилиә Ғүмәрова - 4,8 млн

Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары 2018 йылға ҡарата килемдәре тураһында декларация тапшырҙы.

Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова (ул үрге палатала Башҡортостандың башҡарма власы булараҡ сығыш яһай) былтыр 4,8 млн һум аҡса эшләгән. Уның милкендә 70 кв. метр майҙанлы фатир һәм "Тойота Хайлендер" автомобиле бар. Лилиә Салауат ҡыҙының ире 965 мең һум эшләгән. Ғүмәровтарҙың ғаиләһе тағы 126 һәм 130 кв.метр майҙанлы фатирҙарға эйә.

Элек Өфө мэры булған, хәҙер парламенттың үрге палатаһы ағзаһы Ирек Ялалов декларацияһында 6,39 млн һум килемен күрһәткән. Был 2017 йылға ҡарағанда 1,6 млн һумға күберәк. Ирек Ишмөхәмәт улы 114 кв.метр майҙанлы квартираға эйә, 59 һәм 146,5 кв.метр майҙанлы фатирҙарҙа, машина ҡуйыу урынына өлөшө бар. Ҡатыны исеменә "Toyota Rav-4", "Toyota Land Cruiser Prado-120", 611 кв.метрлыҡ өй, йорт һалырлыҡ 2,4 мең кв.м майҙанлы ер, 146,5 кв.метр майҙанлы фатирҙа өлөш, гараж, машинаға туҡталҡа урыны, хужалыҡ ҡаралтыһы яҙҙырылған. Исемлектәге күсмәй торған милеккә Ирек Ялалов та эйә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға