«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенза янында һәләк булғандар исемдәре билдәле булды



15.04.2019 Пенза янында һәләк булғандар исемдәре билдәле булды

Бөгөн төндә Пенза өлкәһенең Мокшан районындағы Симбухов ауылы янында «М5-Урал» автомобиль юлының 590-сы саҡрымында «МАЗ» автомобиле һәм «Лада Ларгус» бәрелешкәне хаҡында хәбәр иткәйнек. Мәрхүмдәрҙең шәхесе асыҡланды.

Улар — Серпухов ҡалаһына эшкә китеп барған Сибай, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары кешеләре. Әлеге ваҡытта мәрхүмдәрҙең кәүҙәләре Пенза өлкәһе моргында.

Аварияла һәләк булыусылар Башҡортостанда эш хаҡтары түбән булғас, аптырағандан Серпуховҡа хәрби институтҡа вахталы эшкә китеп барған. Баймаҡтан ике "Ларгус" сыҡҡан. Вахтасылар бөгөндән эшкә сығырға тейеш булған. Уларға ай ярым эшләп, ай ярым ял итергә тигән шарт ҡуйылған.

Авария Мәскәү ваҡыты менән төнгө сәғәт 1-ҙә булған. "Лада" автомобиле водителе йоҡлап киткән һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Шул мәлдә машина "МАЗ"ға бәрелгән - быны арттан килгән "Ларгус"тың водителе күргән. Ауыр "Зубренок
" еңел автомобилде тулыһынса юҡҡа сығарған.



Шаһиттар әйтеүенсә, мәйеттәр һәм уларҙың әйберҙәре бар юлға һибелгән. Трасса хәрәкәте дүрт сәғәткә тотҡарланған.

Мәрхүмдәрҙең исемлеге мәғлүм булды. Хаталаныуыбыҙ ҙа ихтимал, төҙәтмәләр индерербеҙ:

66 йәшлек Нуриман Яналин (Баймаҡтан),

55 йәшлек Миҙхәт Юнысбаев (Баймаҡтан),

36 йәшлек Хәтирә Килмөхәметова (Әбйәлилдән),

36 йәшлек Илшат Ласынов (Сибайҙан)

"Ларгус" менән идара иткән 49 йәшлек Вадим Базуев.



Был фажиғә тураһында республика хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына һәләк булыусыларҙың туғандары менән бәйләнешкә инергә һәм тейешле ярҙам күрһәтергә, автобус һәм оҙатып барыуҙы ойошторорға ҡушты. Сибай башлығы Рөстәм Афзалов күрелгән саралар тураһында хәбәр итеп торорға тейеш.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Ивановаға һәләк булғандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүҙе өйрәнеү бурысы йөкмәтелде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға