«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үткән аҙнала 683 янғын сыҡҡан



15.04.2019 Үткән аҙнала 683 янғын сыҡҡан

Башҡортостанда 8-14 апрель арауығында 683 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Дүрт кеше (Әлшәйҙә - ике, Архангелдә һәм Миәкәлә берәр) һәләк булған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров БР Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә былтырғы ошо миҙгелгә ҡарағанда янғындар һаны дүрт тапҡырға артҡан тип белдерҙе.

Фажиғәләр күбеһенсә сүп-сар яғыуҙан һәм ҡоро үләнгә ут төртөүҙән барлыҡҡа килә.

Үткән аҙнала тәүге урман янғыны теркәлгән. Йылайыр районында 4,8 гектар майҙанда урман янған. Утты дүрт сәғәттә һүндергәндәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға