«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Межгорье менән Нефтекамаға яңы мэрҙар ҡуйылды



15.04.2019 Межгорье менән Нефтекамаға яңы мэрҙар ҡуйылды

БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров Межгорье ҡалаһы башлығы вазифаһын Илья Терехов башҡарасаҡ тип белдерҙе.

"Элекке башлыҡ (Виктор Панченко) үҙ ризалығы менән отставкаға китте. Ҡала Советының элекке секретары Илья Сергеевичты яңы вазифаға ҡуйыу Ҡала советы ултырышында хәл ителде", - тип аңлатты Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, Виктор Панченкоға ҡарата "Вазифа вәкәләттәрен үҙ файҙаға ҡулланыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына 30 йәшлек Ратмир Мәүлиевты ҡала советы депутаттары раҫлауҙары тураһында ла әйтелде. Ул был вазифаны башҡарыуға март айында тәғәйенләнгәйне.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға