«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бесәйегеҙ ошо хәлгә ҡалмаһын тиһәгеҙ



12.04.2019 Бесәйегеҙ ошо хәлгә ҡалмаһын тиһәгеҙ

Бесәйегеҙ ошо хәлгә ҡалмаһын тиһәгеҙ... прививка эшләтегеҙ.

Башҡортостанда йәшәүселәр йорт хайуандарына ҡотороу сиренән бушлай прививка эшләтә ала.

Һәр шаршамбы һәм шәмбе район-ҡалаларҙың дәүләт ветеринария хеҙмәттәрендә хайуандарға бушлай прививка яһала. Бындай программа тәүге тапҡыр эшләй.

Бынан тыш, республиканың баш ветеринар инспекторы Азат Йыһаншин малдарға чип ҡуйырға тәҡдим итте. Малдарға, эт-бесәйҙәргә, бал ҡорттарына, балыҡтарға, йорт ҡуяндарына, ҡош-ҡортҡа уникаль номерҙар биреләсәк. Улар ике вариантта: ҡолаҡҡа беркетелгән тамға йәки тире аҫтына индерелгән дөгө ярмаһы кеүек чип. Тамға - 20 һум, чип 100 һум тора. Был малдың, йорт хайуандарының прививкаһы бармы, юҡмы һәм хужаһының кем икәнен белеү өсөн кәрәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға