«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Теге пародист башҡорт халҡынан ғәфү үтенгән



12.04.2019 Теге пародист башҡорт халҡынан ғәфү үтенгән


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 апрелдә татар пародисы Данир Сабировтың концертынан яҙма социаль селтәрҙәрҙә таралды. Унда башҡорт халҡы бейеүенең килеп сығышы мыҫҡыл итеп күрһәтелгән.

Был видео ролигына күптәр ҡаршы сыҡты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ла бөтә Башҡортостан һәм бар башҡорт халҡы исеменән мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул Татарстан Республикаһы етәкселегенә арналды.

Кисә, 11 апрелдә, ҡоролтай исеменә Данир Сабировтан хат килгән. Ул унда башҡорт халҡынан ғәфү үтенгән. Хатты киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

Татыу күрше – ил күрке. Быны иң элек ут күршеләр Башҡортостан менән Татарстан яҡшы аңлай. Туғандаш республикалар төрлө өлкәлә, шул иҫәптән мәҙәниәттә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Халыҡтар дуҫлығына тап төшөрөрлөк бындай ваҡиғалар иһә башҡаса ҡабатланмаҫ, тип ышанабыҙ. Мәҙәни мираҫыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡағылған мәсьәләләрҙә иғтибарлыраҡ булайыҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға