«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яратҡан хоккейсыларҙан автограф алыу өсөн ике сәғәт йәл түгел



12.04.2019 Яратҡан хоккейсыларҙан автограф алыу өсөн ике сәғәт йәл түгел

«Өфө- Арена» боҙ һарайында 2018-2019 хоккей сезонын ябыу тантанаһы үтте. Унда көйәрмәндәр үҙҙәренең яратҡан хоккейсылары менән яҡындан осрашты. Автограф-сессияла хоккей яратыусыларҙы команданың тренеры Николай Цулыгин, ҡапҡа һаҡсылары Фредерик Микко, уйынсылар Юха Метсола, Григорий Панин, Тему Хартикайнен , Йоннас Кемппайнен, Филипп Ларсен, Дмитрий Кугрышев, Андрей Кареев көтә ине. Һәр кем уларҙан автографтар алып, иҫтәлеккә бергә фото төштө.
Көйәрмәндәр уларҙың быйылғы уйынынан ҡәнәғәт. Яратҡан уйынсыларынан автограф алыу өсөн ике сәғәт сиратта торорға ла түҙемлектәре етте.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға