«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кучеров Овечкиндан ҡалышмаҫҡа уйлай



14.04.2019 Кучеров Овечкиндан ҡалышмаҫҡа уйлай

НХЛ-дың «Тампа-Бэй» клубында сығыш яһаған билдәле Рәсәй һөжүмсеһе Никита Кучеров быйылғы даими беренселектә 128 (41 гол, 87 пас) мәрәй йыйып, чемпионаттың бомбардиры булып таныла.

Ул был йәһәттән элекке билдәле беҙҙең Александр Могильныйҙың күр­һәт­кесен бер мәрәйгә уҙып ки­тә. Саша 1992/93 йыл­­дарҙа 127 мә­рәй йыйып, Рәсәй хоккейсылары араһында әлегә тиклем рекордсы булып һанала.

25 йәшлек уйын­сы – Мәскәү хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. ЦСКА командаһы өсөн бер миҙгел уйнағандан һуң, 2012 йылда НХЛ-ға юллана. 1,5 йыл түбәнге лигала сығыш яһағандан һуң «Тампа-Бэй»ҙың төп составында нығынып китә һәм әлеге көнгә тиклем унда уйнай.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға