«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бар



12.04.2019 Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бар

Бөтәһенә лә түрә булырға тимәгән. Эшселәр ҙә кәрәк. Бар эште мигрантҡа ҡушып булмай ҙа инде. Рәсәйҙә ниндәйерәк белгестәр кәрәген асыҡлағандар.

Әлегә күп предприятие һәм ойошмаға стропальщиктар, электрогазосварщиктар, күтәргес (подъемник) люлькаһы эшселәре, ҡаҙанлыҡ операторҙары, крансылар, малярҙар, ҡорос һәм тимер-бетон конструкцияларҙы монтажлаусылар кәрәк.

Бына хәҙер белдегеҙ. Кем уҡый, кем һөнәрен алмаштыра, кем квалификацияһын күтәрә, тигәндәй, үрҙәге һөнәр эйәһе булһағыҙ, бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаҫһығыҙ.

Башҡортостан буйынса алғанда инде, былтыр, мәҫәлән, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының халыҡ мәшғүллеге буйынса мәғлүмәт порталында бирелеүенсә, түбәндәге һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур булған (тәүге ун һөнәр): автомобиль водителе, һаҡсы (охранник), һатыусы, йөк ташыусы, ашнаҡсы, электрогазосварщик, урам һепереүсе, тегенсе, менеджер, медсестра.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға