«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәү башҡорттары Өфөлә тамаша яһаясаҡ!



12.04.2019 Мәскәү башҡорттары Өфөлә тамаша яһаясаҡ!


21 апрелдә баш ҡалала тәүгә Мәскәү башҡорттары сығыш яһаясаҡ. Улар "Торатау" Конгрес-холында республиканың 100 йыллығына арнап концерт ҡуйырға әҙерләнә.

"Сәсән" Мәскәү ижади берекмәһе "Беҙ бергә" концерт программаһын әҙерләгән. Тамашасылар алдында Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Рената Бәҙәмшина, Гүзәл Хөснөтдинова, Алһыу һәм Лаура Буш, Руслан Биктимеров, Салауат Зәйнетдинов, Әлфия Әһиева, Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылынан ижади коллектив сығыш яһаясаҡ. Программала башҡорт, татар, рус, төрөк телдәрендә халыҡ һәм автор йырҙары, бейеү номерҙары ҡаралған.

Тамаша киске сәғәт 6-ла башланасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға