«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө менән!



12.04.2019 Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө менән!

Бынан 58 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә тарихта кеше тәүге тапҡыр Йыһанға оса. Ул - Советтар Союзы гражданы Юрий Алексеевич Гагарин!

Юрий Гагарин “Восток-1” йыһан карабында бер тапҡыр Ер шары тирәләй әйләнеп сыға. Ул йыһанда 108 минут оса. Бөгөн, йыһан станцияларында бер нисә айлыҡ экспедициялар үткәрелгән ваҡытта, был бик аҙ һымаҡ күренә. Юрий Гагарин иһә йыһанда ла кеше эшләй һәм йәшәй алыуын раҫланы. Ошо ваҡыттан алып космонавт һөнәре барлыҡҡа килә. Һәр үҫмерҙең тиерлек күңеленә, йыһангир булам, тигән хыял инеп урынлаша.

Кешенең йыһанға осошо уның киңлектәрен үҙләштереү өсөн яңы аҙым булып торҙо. Хәҙер был көн БӨТӘ ДОНЪЯ АВИАЦИЯ ҺӘМ КОСМОНАВТИКА КӨНӨ тип билдәләнә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға