«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элвин Грей 1 майҙа Сибайҙа иҫ киткес шоу эшләйәсәк!



12.04.2019 Элвин Грей 1 майҙа Сибайҙа иҫ киткес шоу эшләйәсәк!

Башҡорт, татар һәм Рәсәй эстрадаһы "йондоҙо", йырсы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) 1 майҙа Сибай ҡалаһында сығыш яһарға вәғәҙәләгән.

Ул социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә "Беҙ ситтә тороп ҡала алмайбыҙ һәм һүҙ менән түгел, ә эш менән ярҙам итергә булдыҡ. Шуның өсөн дә 1 майҙа ҡаланың Үҙәк майҙанында быуаттарға хәтерҙә ҡалырлыҡ ҙур концерт менән сығыш яһаясаҡбы" тип хәбәр итте.

Артист тамаша түләүһеҙ буласаҡ тип белдерҙе.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға