«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еңел аҡса бәхет килтермәй



11.04.2019 Еңел аҡса бәхет килтермәй

Еңел генә байырға теләгәндәр.

Өфөлә йәшәүсе бер пар наркотиктар һатып аҡса эшләмәксе булған. Улар паркта ял итергә сыҡҡан булып, йәшерен урындарға наркотик һалынған төргәктәр ҡалдырып йөрөгән. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң беленә, тигәндәй, оперативниктар «аҡ үлем» менән сауҙа итеүселәрҙең эҙенә тиҙ төшкән. Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡысылары ҡулға алған мәлдә порошок хәлендәге матдә һалынған 10 төргәкте тапҡан.100 граммм наркотик фатирҙа һаҡланған. Ирле - ҡатынлы был икәүгә хәҙер төрмә янай.

Закон тарафынан ҡаты яза ҡаралған кәсепкә тотоноп, үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Еңел аҡса бәхет килтермәй.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға