«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғашиҡтар аллеяһында үҙ ағасың булыуын теләһәң...



11.04.2019 Ғашиҡтар аллеяһында үҙ ағасың булыуын теләһәң...

Киләһе дүшәмбелә, йәғни 15 апрелдә Өфөлә Ғашиҡтар аллеяһына тәүге үҫентеләр ултыртыласаҡ.

Урыны ла билдәле – Салауат Юлаев урамы, 1-се йортҡа яҡын. Сәғәт 11-ҙә башлана. Ойоштороусылар кеше күп килер тип өмөтләнә. Был аллеяла эш башланып ҡына тора әле. Киләсәктә ул йәштәрҙең, ғашиҡтарҙың яратҡан урыны буласағына шик юҡ.

Әйткәндәй, аллеяның дизайны тураһында фекерегеҙҙе (макетты) mger102@mail.ru электрон почтаһына (“Ғашиҡтар аллеяһы” тип билдәләп) ебәрә алаһығыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға