«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың элекке премьер-министры хәҙер кем булып эшләйәсәк?



11.04.2019 Башҡортостандың элекке премьер-министры хәҙер кем булып эшләйәсәк?

Федераль юл агентлығының 8 апрелендәге бойороғона ярашлы, "Приуралье" Федераль автомобиль юлдары идаралығы начальнигы вазифаһын Азамат Фәттәх улы Илембәтов башҡарасаҡ.

Ул 2011-2012 йылдарҙа республиканың премьер-министры булып эшләне.

Азамат Фәттәх улы Илембәтов 1972 йылдың 26 сентябрендә Өфөлә тыуған. В.Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау университетын тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты

Хеҙмәт юлын 1994 йылда Бүребай руда идаралығында баш маркшейдер булып башлай, артабан Хәйбулла районы ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитетының ер-кадастр бюроһының башлығы, «Бүребай руда идаралығы»ның производство-техник бүлеге етәксеһе булып эшләй.

2000—2002 йылдарҙа — «Хәйбулла тау компания»һы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
2002— 2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Аппаратының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр, сауҙа һәм иҡтисад тармаҡтарын координациялау бүлегенең баш белгесе.
2003—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.
2004—2005 йылдарҙа — «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
2006—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
2008 — «УГМК-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тау рудаһы предприятиелары үҫеше идаралығы башлығы урынбаҫары.
2008— 2011 — «НИИТЭХИМ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары.
2011 — Башҡортостан Республикаһы Президент хакимиәте етәксеһе урынбаҫары.
2011 йылдың апреленән 2011 йылдың майынаса — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары
2011 йылдың майынан 2012 йылдың авгусынаса — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға