«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Хәйбуллала бер төркөм йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды"



11.04.2019 "Хәйбуллала бер төркөм йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды"

... тип Сәлимә Байгилдина-Ғафарова хәбәр итә:

- Дөйөм сумма 12 миллион һумдан ашыуыраҡ. Сертификатҡа эйә булыусылар араһында уҡытыусы, тәрбиәсе, шәфҡәт туташы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр бар.

Бер тапҡыр бирелә торған был дәүләт ярҙамы йорт төҙөү, башланған төҙөлөштө теүәлләп ҡуйыу, йәки булған йортҡа төкөтмә төҙөү, өй һатып алыуға йүнәлтелә.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Дәүләтбаев барыһын да был ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, ғаиләләренә именлек, бәхет, ишле балалар үҫтереүҙәрен, бирелгән сертификаттың изгелеген күрергә яҙһын, тигән теләктәрен еткерҙе.

Артабан хеҙмәткәрҙәр сертификат хужаларына уларҙы нисек ғәмәлгә ашырыу, бер йыл эсендә сертификатта күрһәтелгән сумманы файҙаланып өлгөрөү зарурлығын ентекле аңлаттылар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға