«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Осоусы тәрилкәме, метеоритмы?



11.04.2019 Осоусы тәрилкәме, метеоритмы?

Илеш районында бер водитель төндә күк йөҙө буйлап осоп барған есемде төшөрөп алған. Дөрөҫөндә уның машинаһындағы видеорегистратор яҙҙырып алған.

Яҙмала күренеүенсә, есем янып, күктән ергә яҡынлаша.

Әйткәндәй, ай башынан алып бындай есемдәрҙе Красноярск һәм Һамар ҡалаларында ла күргәндәр. Ғалимдар әйтеүенсә, был яҡты шарҙар болидтар - эре һәм үтә яҡты метеориттар. Улар Ер атмосфераһына килеп ингәс, оҙаҡ ваҡыт емерелмәйенсә оса.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға