«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Медведев Өфөгә ҡасан килер?



10.04.2019 Медведев Өфөгә ҡасан килер?

Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә Халыҡ-ара мәғариф салоны эшләй. Был сараға ярашлы 14 апрелгә тиклем күргәҙмәләр һәм форумдар ойошторола.


Башҡортостан исеменән БР ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова сығыш яһаны. Уға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев менән аралашыу уңайы тейҙе.

Ленара Хәким ҡыҙы республикалағы мәғариф торошо, һуңғы ваҡытта уның алға барышы хаҡында һөйләгәс, Дмитрий Анатольевич: “Барыһы ла яҡшы булыуына шатмын. Әмәле сыҡҡанда барып күрермен”, — тине.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға