«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тышта әле йылы. Ә бына ялдарҙаааа...



10.04.2019 Тышта әле йылы. Ә бына ялдарҙаааа...

Әлеге мәлдә Өфөлә һәм республикала йәйге кеүек йылы тора.

Баҡсала ҡаҙына, эш эшләй торған мәл. 11-12 апрелдә лә шулай буласаҡ, һауа температураһы +18…+20 градусҡаса күтәреләсәк. Ләкин ялдарға ҡалай һыуытасаҡ, ямғыр яуасаҡ.

Синоптиктар әйтеүенсә, шәмбелә һауа температураһы +12...+13 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Йәкшәмбе тағы ла һыуығыраҡ буласаҡ, +6…+7 градус йылы торасаҡ.

Алдағы аҙнаның һыуыҡ, йылының +10 градус тирәһендә тороуы күҙаллана.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға