«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Быйыл "Үлемһеҙ полк" нисек үтәсәк?



10.04.2019 Быйыл "Үлемһеҙ полк" нисек үтәсәк?

9 майҙа, иртәнге сәғәт 11-ҙә республиканың барлыҡ ҡала-райондарында "Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик акцияһы башланасаҡ.


Акция алдынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булғандарҙы Тынлыҡ минуты менән иҫләйәсәктәр. Һуғыш ҡаһармандары порттреттары менән йөрөштө Башҡортостан юлдаш телеканалы менән "Спутник ФМ" радио станцияһы тура эфирҙа күрһәтәсәк.

Өфөлә акцияға ҡарата үҙгәрештәр бар. Колонна тәүҙә Октябрь проспекты менән Шәфиев урамы киҫелешендә башланып, "Галле округы" туҡталышына ҡарай төҙөләсәк, "Дан бульвары" туҡталышы янында тамамланыуы көтөлә. Былтырғы акциялағы кеүек тәүҙә аҡ кейемле балалар осҡан торналар кеүек теҙеләсәк. Артабан Еңеү байрағы һәм 112-се Башҡорт кавдивизияһы байрағы күсермәләрен алып барған төркөм торасаҡ.

Колоннала республика етәксеһе Р. Хәбировтың, Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың һәм республиканың хәрби комиссары Игорь Харченконың да ҡатнашыуы көтөлә. Улар менән бергә Башҡортостанды Советтар Союзы геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары туғандары барасаҡ.

"Үлемһеҙ полк"та ҡатнашыусылар иртәнге сәғәт 10-дан 11-гәсә йыйыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға