«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлы улын иҫләй Башҡортостан



10.04.2019 Данлы улын иҫләй Башҡортостан

30 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Әмир Абдразаҡовтың 85 йыллығына арналған ҙур концерт үтә.

"Һоҡландым мин был донъяға” тип аталған тамашала күренекле режиссерҙың улдары – Башҡортостандың халыҡ артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, йырсылар Иҙрис Ғәзиев, Диләрә Иҙрисова, Әлфиә Юлсурина, Айгиз Ғиззәтуллин, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре коллективы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ҡатнаша.

Театр актеры, кинорежиссер, сценарист "Башҡортостан" киностудияһын ойоштороусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең Ҡәйепҡол ауылында тыуған.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: БР мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға